3 декабрь, Шәмбе

03 май 2011 йыл, 9:55

Өфө хеҙмәтсәндәре 1 Майҙы ҡаршыланы

автор: Марина Шумилова | фото: Эдуард Ҡусҡарбәков

Өфө хеҙмәтсәндәре профсоюз активының Беренсе майға ҡарата митингыһы «Лайыҡлы эш урындары һәм эш хаҡы өсөн!» тигән лозунг аҫтында Ленин исемендәге майҙанда үтте. Бындай акциялар был көндө бөтә ил буйынса уҙғарылды.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, митингыла сығыш яһап, хеҙмәтсәндәрҙе республика етәкселеге исеменән ҡотланы һәм бөгөн власть халыҡ проблемаларын яҡшы белә, уларҙы хәл итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй, тине.

БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов бөгөн республика хеҙмәтсәндәрен борсоған төп проблемаларҙы – эшһеҙлек кимәленең юғары булыуын, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта тарифтарҙың үҫеүен һәм эш хаҡының түбән кимәлен – билдәләне. Эш хаҡы буйынса Башҡортостан илдәге күпселек төбәктәрҙән артта ҡалыуын дауам итә.

Митингыла шулай уҡ сәнәғәт һәм аграр предприятиелар, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары вәкилдәре сығыш яһаны.

Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының берләштерелгән республика советы рәйесе Людмила Яковлева ветерандарҙың һәм пенсионерҙарҙың ауыр хәлдә көн итеүенә иғтибарҙы йүнәлтте. Ул күтәргән проблемалар иҫәбенә шулай уҡ Башҡортостан яғыулыҡ-энергетика комплексы яҙмышы ла инде. Уның фекеренсә, был тармаҡ предприятиелары законһыҙ хосусилаштырылған һәм һатылған. Митинг күтәрелгән мәсьәләләр буйынса резолюция ҡабул итеү менән тамамланды.