9 декабрь, Йома

05 май 2011 йыл, 11:26

Башҡортостандың 327 чиновнигы декларацияла дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәт биргәне өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған

автор: Сергей Захаров

Прокурорҙар чиновниктарҙың табышы һәм милкенә тултырылған декларацияларын тикшергән. Уның һөҙөмтәһендә Башҡортостан иң күп ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланған төбәктәр иҫәбенә ингән.

Был хаҡта ИТАР-ТАСС агентлығына интервьюһында Рәсәйҙең генераль прокуроры урынбаҫары Александр Буксман белдерҙе.

Был исемлектә шулай уҡ Ингушетия, Алтай, Красноярск, Пермь, Ставрополь крайҙары, Архангельск, Брянск, Курск, Ленинград, Липецк, Новосибирск һәм Ростов өлкәләре бар.

Александр Буксмандың хәбәр итеүенсә, бөгөнгө көндә прокурорҙар акттарын тикшереү һөҙөмтәһендә алты меңдән ашыу вазифалы кеше, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһынан 327 хеҙмәткәр дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған.

— Әммә был аҙаҡҡы һан түгел — әлегә бөтә күрһәтмәләр ҙә тикшерелеп бөтмәгән,— тине генпрокурор урынбаҫары. — Асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса һуңғы һығымталар июнь башына яһаласаҡ.

темалар: коррупция