3 декабрь, Шәмбе

05 май 2011 йыл, 11:02

Өфөлә Еңеү көнөнә арналған Муса Гәрәев мемориалы үтәсәк

автор: Дмитрий Слезин

5 — 9 майҙа Өфөнөң «Нефтсе» стадионында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев иҫтәлегенә арналған бокс буйынса XXXIII традицион Бөтә Рәсәй турниры үтәсәк.

Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Мәғариф министрлығы, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Физик тәрбиә һәм спорт буйынса комитеты һәм БР Бокс федерацияһы.

Турнирҙа Башҡортостандан, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән командалар, балалар, үҫмерҙәр спорт мәктәптәре, спорт клубтары бокссылары – йәмғеһе 200-гә яҡын спортсы ҡатнашасаҡ.  

8 майҙа — ярымфинал, 9 майҙа финал алыштары үтәсәк.