9 декабрь, Йома

05 май 2011 йыл, 9:17

БР Фәндәр академияһы президенты итеп Рәмил Бәхтизин һайланды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының яңы президенты итеп Өфө дәүләт нефть техник университеты проректоры, профессор Рәмил Бәхтизин тәғәйенләнде.

Ул Өфөлә 4 майҙа Фәндәр академияһының дөйөм йыйылышында йәшерен тауыш биреү һөҙөмтәһендә һайланды. Рәмил Бәхтизиндың кандидатураһын был вазифаға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тәҡдим итте.    

— Был дөрөҫ һайлауҙыр, тип уйлайым, — тине республика Президенты, ғалимдар алдында сығыш яһап.

Шунда уҡ Фәндәр академияһының вице-президенттары ла һайланды. Был вазифаны Мансур Әйүпов һәм Райхана Ҡунакова биләй. Академияның баш ғилми сәркәтибе итеп Руслан Аблеев тәғәйенләнде.  

темалар: фән, һайлау