4 декабрь, Йәкшәмбе

04 май 2011 йыл, 16:30

Республикала «Бөйөк Еңеү хөрмәтенә» патриотик йырҙар фестивале тамамланды

автор: Тимур Рәхмәтуллин | фото: Андрей Старостин

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Бөйөк Еңеү хөрмәтенә» патриотик йырҙар фестиваленең гала-концерты тамамланды. Уны Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойошторҙо. Концертты ҡарарға БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин, ветерандар, уҡыусылар – Өфөнөң хәрби-патриотик клубтары ағзалары килде. Вокал сәнғәте оҫталары ҡунаҡтар өсөн рус һәм башҡорт телдәрендә Рәсәй менән Башҡортостанды данлаусы йырҙар башҡарҙы.

Театр алдында һуғыш йылдарындағы еңел автомобилдәрҙең һәм мотоциклдарҙың экспозицияһы урынлаштырылған, ә ишек янында ялан кухняһы ҡуйылған ине. Саҡырылған ветерандарҙың барыһын да мәктәп уҡыусылары честь биреп ҡаршы алды.  

Концертты асып, Зөһрә Рәхмәтуллина барыһын да Еңеү көнө менән ҡотланы һәм тыныслыҡта йәшәү мөмкинлеге биргән өсөн ветерандарға оло рәхмәтен белдерҙе.  

— Ветерандар арҡаһында беҙ Ватан хаҡына хеҙмәт иткән, ватансылыҡ рухындағы йырҙар башҡарған патриоттар үҫтерәбеҙ, — тип билдәләне ул. – Йәш быуынға ҡарап, ветерандарыбыҙ һуғышта ҡан ҡойоуҙарының һәм фашистарға ҡәтғи отпор биреүҙәренең юҡҡа булмауы хаҡында уйлайҙыр, тип ышанам.