9 декабрь, Йома

04 май 2011 йыл, 15:01

Өфөлә «Хәтер аллеяһы» барлыҡҡа киләсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә Еңеү көнөн байрам итер алдынан Каруанһарай янында «Хәтер аллеяһы» ултыртыласаҡ.

Ағастарҙы һуғыш ветерандары, Өфөнөң почетлы граждандары, Өфө ҡалаһы һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы президиумы ағзалары ултыртасаҡ. Һәр ағас исемле буласаҡ. Таҡталарға бөтөн илгә Еңеү алып килгән ҡала геройҙарының исемдәре яҙыласаҡ.  

Ағастар ултырыу акцияһы үҙенә күрә быуындар эстафетаһына әйләнергә тейеш – Ватанды һаҡлаусылар иҫтәлеге йәштәр өсөн мәңгеләштереләсәк.

Буласаҡ аллея урынында тәүге ағас 5 майҙа сәғәт 12-лә ултыртыласаҡ.