3 декабрь, Шәмбе

04 май 2011 йыл, 14:45

Башҡортостандың йәшелсә үҫтереүселәре лә сәсеүҙе башланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Асыҡ грунтта йәшелсә үҫтереүселәрҙең дә сәсеү кампанияһы башланды. Өфө районы ауыл хужалығы предприятиеларында 39 гектарҙа – кишер, башлы һуған алыуға 81 гектарҙа ҡара һуған сәселде.  

Иртәгә уңайлы һауа шарттарында картуф ултыртыла башлаясаҡ, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығынан. Ҡала яны районында икенсе икмәкте 660 гектарҙа ултыртыу планлаштырыла. Ауыл хужалығы предприятиелары сәсеүгә орлоҡ менән тулыһынса тәьмин ителгән. Быйыл сорт яңыртыу өсөн картуфтың элиталы орлоҡтары һатып алынған. Өс ауыл хужалығы предприятиеһында – «Алексеевка», «Шемәк» совхоздарында һәм «Агростан» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә республикала ҙур һорау менән файҙаланған культураларҙың береһен үҫтереү менән етди шөғөлләнәләр.

Бөгөн үк йәшелсәселәр иртә өлгөрөүсе кәбеҫтәне грунтҡа ултырта башлаясаҡ. Әлеге һауа шарттары ла уның ялғанып үҫеп китеүе өсөн бик яйлы. Баш ҡала халҡын кетерләп торған һутлы кәбеҫтә менән тәьмин итеү өсөн районда был культураға 75 гектар ер бүленгән. Йәшелсәләр Өфө районында йәмғеһе 350 гектарҙы биләйәсәк.