10 декабрь, Шәмбе

04 май 2011 йыл, 13:22

Өфө районында 7000 гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы сәсеү үткәрелгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Өфө районы игенселәре 2011 йылғы сәсеү кампанияһының бер нисә көнөндә 7 мең гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы сәсеүҙе башҡарып сыҡты. Сәсеү агрегаттары райондың 17 эре һәм 13 урта ауыл хужалығы предприятиелары баҫыуҙарында эшләй. Фермерҙар ҙа ауыл эшсәндәре өсөн ҡиммәтле ваҡытты әрәм итмәй. Көн һайын 14 крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында иген сәселгән баҫыуҙар арта.  

— Районда дым ҡаплау тулыһынса тамамланды, — ти район хакимиәте ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Лилиә Нәбиева. – Механизаторҙар уҙған йылдарҙағы ҡоролоҡло йәйҙәрҙе иҫәпкә алып, тупраҡтағы дымды һаҡлап ҡалырға тырыша һәм тулы комплекслы эш алып бара: башта культиватор килә, артынса сәскестәр һәм, шунда уҡ, тупраҡ өҫтөн тигеҙләп баралар.

Әлеге ваҡытта һоло, арпа, борсаҡ сәселә. Төп талымлы культура – игенгә яңы ғына тотоналар. Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларына районда сәсеү майҙандары структураһы буйынса йәмғеһе 18 мең гектар тура килә.  

Ә ашламалар менән тәьмин итеүгә килгәндә — барыһы ла беҙ теләгәнсә түгел. Субсидиялау арҡаһында ужым культураларын туҡландырыуға 865 тонна азот ашламалары һатып алынған. Лилиә Нәбиеваның әйтеүенсә, күберәк тә һатып алырҙар ине, әммә республика предприятиелары ауыл хужалығы предприятиелары заявкаларын оҙаҡ ҡарай, ә ауыл эшсәндәре ҡыҙыу ваҡытта көтә алмай.  

Туҡландырғандан һуң ужымдың торошо һәйбәт. Ҡайтанан сәсеү мең гектарҙан артмаҫҡа тейеш.