Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда сыуаш һылыуҡайын һайланылар

Сәйәсәт

Башҡортостандың Бишбүләк районында «Сыуаш һылыуҡайы — 2011» республика конкурсы үтте. Финалда республиканың алты районынан туғыҙ ҡыҙ ҡатнашты.  

Конкурсанттар халыҡ йырҙарын башҡарыуҙа, үҙ ҡулдары менән бирнәһен әҙерләүҙә, милли сыуаш костюмарын күрһәтеүҙә ярышты.

Конкурс тарихында беренсе тапҡыр этнографик ярыштар ҙа индерелде. Ҡыҙҙарға мал ҡыуыу, балаларға күҙ тейеүен бөтөрөү, икмәк бешереү, XVIII быуаттағы сыуаш костюмында бейеү һәм башҡа халыҡ йолаларын күрһәтергә тура килде.  

Конкурс жюрийына сыуаш ижади коллективтары, республика һәм район сыуаш мәҙәниәте йәмғиәттәре етәкселәре, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары инде.  Конкурста Бишбүләк районы Киҫтәнле-Ивановка ауылынан 10 класс уҡыусыһы  Наталья Павлова еңде. Ул «Сыуаш һылыуҡайы-2011» титулын алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть