10 декабрь, Шәмбе

04 май 2011 йыл, 11:44

Шәкәр сөгөлдөрө республикала 5 мең гектарҙа сәселде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан эшсәндәре тәүге биш мең гектар ерҙә шәкәр сөгөлдөрө сәсте. Республика сөгөлдөрсөләренә йәмғеһе 63 мең гектарҙа сәсеү үткәрергә кәрәк.  Был техник культураны үҫтереү менән 24 районда шөғөлләнәләр. Эре шәкәр заводтары ҡарамағындағы ауыл хужалығы предприятиеларында шәкәр сөгөлдөрөнә ярайһы ҙур майҙандар ҡалдырылған.

БР Ауыл хужалығы министрлығының оператив мәғлүмәтенә ярашлы, Шишмә районында – 1800 гектарҙа, Бүздәктә – 1000 гектарҙа, Благоварҙа 800 гектарҙа сөгөлдөр сәселгән. Әлшәй, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез райондарының буласаҡ шәкәр сөгөлдөрө плантацияларында ла эш ҡайнай. Әле был культураны сәсеү өсөн иң уңайлы ваҡыт.  

Ер эшсәндәре сөгөлдөрҙө минераль ашламалар менән туҡландырырға кәрәклеген дә онотмай. Белгестәр минималь һанды ла билдәләй – гектарына 200 кг.  Әлеге ваҡытта ашламаларҙың 52 проценты тупланған. Уларҙы зоналағы биш логистик келәттән ташыу дауам итә. Бынан ашламалар муниципаль райондарға оҙатыла, был иһә ашламалар ташыуға киткән ваҡытты һәм юлды ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә.