8 декабрь, Кесе йома

03 май 2011 йыл, 8:56

Башҡортостанда янғынға ҡаршы режим индерелә

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Азамат Илембәтов     29 апрелдә ҡул ҡуйған бойороҡҡа ярашлы, 1 майҙан республика территорияһында янғынға ҡаршы режим индерелә, тип хәбәр итәләр БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

БР Урман хужалығы министрлығына урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итергә ҡушылды. Бының өсөн урмандарҙы күҙәтеү көсәйтелергә һәм урмандар тирәләй ерҙәр һөрөлөргә тейеш.

Республика башҡарма власть органдарына граждандарҙың урмандарға транспорт менән инеүен сикләү, урман буйҙарында һаҡлау һыҙаттары булдырыу, тораҡ пункттар биләмәһен сүп-сарҙан һәм ҡоро үләндән таҙартыу, бөтә муниципаль янғын һүндереү подразделениеларында тәүлек әйләнәһенә дежур хеҙмәте ойоштороу, бөтә тораҡ пункттарҙы телефон элемтәһе менән тәьмин итеү, шәхси йорт хужаларына хужалыҡтарын һыулы мискәләр һәм янғын һүндереү ҡорамалдары менән йыһазландырырға ҡушыу, тораҡ пункттарҙы, баҡсасылыҡ ширҡәттәрен һәм баҡса-төҙөлөш кооперативтарын янғын һүндереү мотопомпалары менән тәьмин итеү, янғынға ҡаршы агитацияны әүҙемләштереү кеүек сараларҙы ойошторорға ҡушылды, ә урындағы үҙидара органдары был эштәрҙе башҡарып сығырға тейеш.

БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығына янғынға ҡаршы телевидение һәм радио аша тапшырыуҙар һәм гәзит-журналдарҙа мәҡәләләр ойошторорға ҡушылды.

Бойороҡто үтәүгә контроль БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙарына йөкмәтелде.