Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Standard & Poors аналитиктары Башҡортостан рейтингы буйынса күҙаллауҙы «Тотороҡло»нан «Ыңғай»ға үҙгәртте

Иҡтисад

29 апрелдә  Standard & Poor,s кредит рейтингылары хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы рейтингы буйынса күҙаллауҙы “Тотороҡло”нан “Ыңғай”ға үҙгәртте. Бер үк ваҡытта оҙайлы сроклы “ВВ+” кредит рейтингы раҫланды, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Агентлыҡтың республикалағы хәлде өйрәнеүсе аналитиктары, “Башҡортостан Республикаһында иҡтисад һәм бюджет килемдәре үҫеше дауам итәсәк, ә хакимиәт элеккесә төплө финанс һәм йөкләмәләр сәйәсәтен дауам итәсәк, был үҙ сиратында уға аҡса резервтарын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәк”, тип иҫәпләй.

Аналитиктар тотҡарлаусы факторҙарҙы ла билдәләй:

“Башҡортостан Республикаһы рейтингы кимәлен элеккесә бюджетты формалаштырыуҙы аныҡ ҡына күҙаллап булмау һәм сикләнгән финанс һығылмалылығы (уларға федераль хөкүмәт яғынан контроль көслө), иҡтисадта нефть эшкәртеү сәнәғәтенең  юғары концентрацияһы, бюджеттың сығым өлөшөнә оҙайлы сроклы баҫым һәм халыҡ-ара нормалар буйынса тормоштоң түбән кимәле тотҡарлай”.

Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, ыңғай яҡҡа үҫеш күҙәтелә:

“Ыңғай” күҙаллауы беҙҙең оптимистик сценарийҙы сағылдыра, уға ярашлы Башҡортостан финанстарға уйлап идара итеүҙе һаҡлап ҡаласаҡ һәм шуның һөҙөмтәһендә бюджет сығымдарына баҫымды тотҡарлай аласаҡ, шулай уҡ үҙенең ярайһы уҡ яҡшы финанс күрһәткестәрен нығыта һәм, һөҙөмтә булараҡ, беҙҙең база сценарийында күҙалланғандан юғарыраҡ аҡса резервтарын һаҡлап ҡаласаҡ, ә бурыс кимәле юғары булмаясаҡ”.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть