Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Һуғыш ветерандары Еңеү көнө айҡанлы Рәсәй Президентынан ҡотлауҙар аласаҡ

Йәмғиәт

Йола буйынса, Рәсәй Почтаһы Бөйөк Еңеү көнө алдынан һуғыш ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә һәм блокадала булғандарға ил Президенты Дмитрий Медведевтың шәхсән ҡотлауҙарын тапшырасаҡ.    

Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл республикала 120 меңдән ашыу почетлы адресат исемле открыткалар аласаҡ.  

Дәүләт башлығының ҡотлауы яҙылған махсус биҙәлгән конверттар тәү сиратта эшкәртелеп оҙатыла.

Ведомствонан асыҡлауҙарынса, кәрәк булғанда Рәсәй Почтаһы белгестәре ветерандың яңы йәшәү урынын да асыҡлаясаҡ. Бөтә ҡотлауҙар ҙа адресаттарға 3 майҙан 9-ына тиклем тапшырылырға тейеш.

Предприятие филиалдары ла һуғышта ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға матур яңылыҡтар әҙерләгән.

9 майҙа улар өсөн рәсми тантаналы саралар үткәрелгән урындарҙа күсмә почта элемтәһе бүлектәре, пункттары һәм киоскылары эшләйәсәк, унда 20 процентлы ташлама менән гәзит-журналдарға яҙылырға мөмкин буласаҡ.  Бындай ташламаны почта элемтәһе операторы йыл дауамында вәғәҙә итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть