9 декабрь, Йома

04 май 2011 йыл, 10:15

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында ветерандарҙы ҡотлайҙар

автор: Тимур Рәхмәтуллин

5 майҙа Өфөләге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү байрамына арналған тантаналы осрашыу үтәсәк. Сара БР Халыҡтар дуҫлығы йортоноң «Аҡ тирмә» республика милли-мәҙәни үҙәге менән берлектә музей хеҙмәткәрҙәре менән ойошторола.

Музей мөдире Илүзә Ғәйнуллинаның хбәр итеүенсә, осрашыу барышында ветерандар алдында Өфө гарнизонының Офицерҙар йорто вәкилдәре, «Тере һыу» ансамбле, 7-се балалар йорто тәрбиәләнеүселәре һәм Өфөнөң Дим районы уҡыусылары сығыш яһаясаҡ. Ҡунаҡтарға һуғыш йылдарында төшөрөлгән һирәк видеокадрҙар һәм фотографиялар күрһәтеләсәк.

— Еңеү көнө рух берҙәмлеге һәм халыҡтың ойошҡанлығы символына әүерелде, — тип билдәләне Илүзә Ғәйнуллина. – Ветерандар менән бергә беҙ ҡот осҡос һуғышта Еңеү шатлығын кисерәбеҙ.  

Осрашыу 12 сәғәттә башлана.