7 декабрь, Шаршамбы

04 май 2011 йыл, 9:57

Өфөнөң автобус маршруттары 10 һумлыҡ булып ҡала

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары дәүләт автобустарында элеккесә 10 һумға йөрөй ала. Социаль акция май аҙағына тиклем оҙайтылды, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһынан.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 1 апрелдән 69, 51 һәм 51А ҡала маршруттарында юл йөрөү хаҡы 15 һумдан 10 һумға кәмене. Был предприятиеның башҡа маршруттарында хаҡтар элеккесә ҡалды, транспорт картаһы буйынса юл йөрөү хаҡы ла үҙгәрмәне.