Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан һәм Тажикстан үҙ-ара хеҙмәттәшлекте нығытырға иҫәп тота

Сәйәсәт

Шишәмбе, 3 майҙа, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Тажикстандың Өфөләге Генераль консулы Содик Имомов менән осрашты. Консул һүҙҙәренсә, был танышыу характерындағы осрашыу булды. Шул уҡ ваҡытта республика башлығы менән ике яҡлы мөнәсәбәттәр үҫешенең перспективалары ла тикшерелде.

— Тажикстандың Өфөләге Генераль консулы сифатында Рөстәм Хәмитов менән беренсе осрашыуым, — тине Содик Имомов. – Беҙ мөнәсәбәттәрҙе нығытыу тураһында һөйләштек, бергәләп эшләйәсәк темаларҙы билдәләнек.  

Атап әйткәндә, осрашыуҙа нефть продукттарын Тажикстанға поставкалау һәм ауыл хужалығы тармағында хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре күтәрелде.

— Йәнә беҙ Башҡортостандың еңел сәнәғәте үҫешендә ҡатнашыуыбыҙҙы тикшерҙек, — тип билдәләне генконсул. – Беҙҙә республиканың еңел сәнәғәт предприятиеларына кәрәкле сеймал бар.        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть