5 декабрь, Дүшәмбе

03 май 2011 йыл, 17:07

Учалы районынан күп балалы ғаиләгә трактор тапшырылды

автор: Михаил Сытин

3 майҙа Учалы районынан 10 бала тәрбиәләгән ғаиләгә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов исеменән трактор тапшырылды.  

Күп балалы әсә 2011 йылдың 7 мартында Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев менән осрашҡандан һуң, республика башлығы уларға техника һатып алырға ҡарар итә.

Дәүләт башлығы Указы менән 2009 йылда Рәсәйҙең «Ата-әсәләр даны» ордены менән бүләкләнгән ғаиләгә тракторҙы БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов тапшырҙы.

2001 йылда «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған Зилә Мотаһарова Учалы районы Амангилде ауылы хакимиәтендә эшләй.

Ауылдаштары уны хәстәрлекле әсә һәм яҡшы хужабикә, йорт усағын һаҡлаусы итеп белә.

Зилә Шиһап ҡыҙы йәмәғәтселек тормошонда әүҙем ҡатнаша: Өсөнсө Бөтә Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар форумы эшендә (Санкт –Петербург ҡалаһы, 2008 йыл), IV Бөтә Рәсәй Әсәләр форумында (Ульяновск ҡалаһы, 2011 йыл) ҡатнашҡан.

Хәләл ефете Рәил Лутов менән улар балалар тәрбиәләүгә етди иғтибар бүлә, уларҙа хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй, бөхтәлеккә, бер-береһен һәм ололарҙы ихтирам итеүгә өйрәтә. Быны биш ҡыҙҙарының һәм биш улдарының мәктәп һәм район кимәлендәге сараларҙа ҡатнашыуы ла раҫлай.