10 декабрь, Шәмбе

03 май 2011 йыл, 16:25

Өфөлә бер вакансияға 0,93 процент кеше тура килә

автор: Галина Бахшиева

Өфөнөң хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлек коэффициенты уҙған аҙна йомғаҡтары буйынса 0,93 процент тәшкил итте. Икенсе төрлө әйткәндә, бер вакансияға бер кешенән дә әҙерәк тура килә.

Рәсми мәғлүмәт буйынса республиканың баш ҡалаһында 11800-ҙән ашыу вакантлы урын бар. Шул уҡ мәлдә ҡаланың мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә тороусылар һаны 11 меңгә лә тулып етмәй. Быйыл йыл башынан алып 600-гә яҡын эшһеҙ эшкә урынлаштырылған, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенән.

Белгестәрҙең етешмәүе ныҡ һиҙелгән тармаҡтар араһында сауҙаны һәм йәмәғәт туҡланыуын, сәнәғәтте, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты, һаулыҡ һаҡлауҙы, йәнә транспорт менән элемтәне билдәләргә мөмкин.