9 декабрь, Йома

03 май 2011 йыл, 15:15

Башҡортостан вәкилдәре Ашхабадта төрки телле халыҡтар мәҙәниәте форумында ҡатнашты

автор: Әхәт Сәлихов

Төркмәнстандың баш ҡалаһы Ашхабадта «Төрки халыҡтарының мәҙәни мираҫы» тип аталған халыҡ-ара фестиваль тамамланды.

Башҡортостан делегацияһы составында унда Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Таһир Искәндәров, йырсы Резеда Әмәкәсова, бейеүсе Айгөл Зөбәйҙуллина, ҡурайсы Азамат Асаинов һәм кинорежиссер Таңсулпан Бураҡаева барҙы.

Улар бихисап концерт программаларында һәм «Ылхам» («Илһам») паркындағы гала-концертта ҡатнашты. Төркмәнстан Дәүләт художество академияһының күргәҙмә залында үткән дефилела Башҡортостан делегацияһы милли костюмдарҙы күрһәтте, шулай уҡ милли аш-һыу дегустацияһын ойошторҙо.

Режиссер Таңсулпан Бураҡаева халыҡ иғтибарына «Минең йондоҙом» нәфис фильмын тәҡдим итте.

Төркмәнстандың мәҙәниәт һәм телерадиотапшырыуҙар өлкәһе министры Гулмурад Мурадов Башҡортостан артистарының юғары оҫталығын билдәләне.