Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы республика ҡаҙнаһын 2,4 млрд һумға тулыландырған

Иҡтисад

Ағымдағы йылдың беренсе кварталында хосусилаштырыу һәм милекте файҙаланыуҙан Башҡортостан бюджетына 2,4 миллиард һум аҡса килгән. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Дәүләт милке менән файҙаланыуҙан килгән дөйөм сумманан 2,3 миллиард һум алынған. Был средстволар ҡуртымға түләүҙән, дивиденттар һәм дәүләт унитар предприятиелары килеменең бер өлөшөн күсереүҙән алынған. Дәүләт милкен, акциялар пакетын һәм ер участкаларын һатыуҙан 114,7 миллион һум табыш килгән.

Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда алынған дивиденттар күләме  1,7 тапҡырға артҡан. 2011 йылдың беренсе кварталына Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһына аҡса күсереү планы 3,3 тапҡырға арттырып үтәлгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть