Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

25 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Туймазыла инвалид балаларҙы скайп аша уҡыталар

Йәмғиәт

Туймазылағы 1-се мәктәп-интернат базаһында инвалид балаларҙы Skype аша уҡытыу юлға һалынған, был мәктәптә 30 апрелдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов булып китте. Былтыр учреждение бинаһына реконструкция  үткәрелгән. Бөгөн мәктәптә Туймазы районынан 300 бала уҡый. Учреждение ике йүнәлештә махсуслашҡан: һәләтле балалар һәм спортсылар. Район хакимиәте бында олимпия резервы мәктәбен асырға планлаштыра.

Бынан тыш, мәктәп-интернатта республиканың туғыҙ көнбайыш райондарынан 33 инвалид бала ситтән тороп белем ала (Туймазы, Благовар, Шаран һәм башҡа райондар). Алгебра, геометрия һәм рус теленән башҡа бөтөн фәндәрҙән дә дистанцион дәрестәр үткәрелә. Балаларға интернетҡа тоташтырылған компьютер бушлай бирелә. Шулай уҡ һәр балаға индивидуаль рәүештә дәрестәр программаһы төҙөлә.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть