9 декабрь, Йома

03 май 2011 йыл, 12:31

Рөстәм Хәмитов Туймазыла колбасалар һәм ҡаҙан ҡорамалдары сифатын баһаланы

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Андрей Старостин

30 апрелдә БР Президенты Рөстәм Хәмитов Туймазыға эш сәфәре барышында «Савва» ит комбинатында булды. Был Туймазы районының иң эре аҙыҡ-түлек предприятиеларының береһе. Бында 2300 самаһы кеше эшләй. Аҡса әйләнеше былтыр 3,5 миллиард һум тәшкил иткән. Тәүлегенә 220 тонна продукция сығарыла, ул Башҡортостанда һәм илдең башҡа төбәктәрендә һатыла. Предприятие заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бынан тыш, комбинат урындағы дзюдосылар мәктәбенә хәйриә ярҙамы күрһәтә, унда 800 тәрбиәләнеүсе шөғөлләнә.    

Рөстәм Хәмитов тултырмалар етештереү линияһын ҡараны. Республика башлығы ит һыуытыу, фарш эшләү, ыҫлау, колбасалар төрөү цехында һәм әҙер продукция келәтендә булды. Артабан Президент предприятиеның колбасалар изделиеларын тәмләп ҡараны.

Рөстәм Хәмитов Туймазыла тағы бер объектты — «Ҡаҙан ҡорамалдары заводы»н ҡараны. Предприятие 2005 йылдан алып эшләй, бында 150 кеше эш менән тәьмин ителгән. Завод мунсалар өсөн бәләкәй ҡаҙандарҙан алып бойлерҙар ҡаҙандарына тиклем сығара. Туймазы ҡаҙанлыҡтары Рәсәйҙең төрлө нөктәләренә оҙатыла.  

Бөгөнгө көндә предприятие яңы цех төҙөй башлаған, уны сафҡа индереү менән заводтың производство майҙаны туғыҙ мең квадрат метрға тиклем артасаҡ.