Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

БР Президенты Туймазыла баҙарҙағы һәм магазиндарҙағы хаҡтарҙы сағыштырҙы

Иҡтисад

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менәнТуймазыла булғанда ауыл хужалығы баҙарындағы хаҡтарҙы ҡала супермаркеттарының береһендәге хаҡтар менән сағыштырҙы. Тәү ҡарашҡа сағыштырыу баҙар файҙаһына кеүек. Магазинда картуф 48 һум торһа, баҙарҙа ул 40 һумға һатыла. Магазинда бер килограмм ҡыяр 90 һум тора, баҙарҙа – 90-110 һум. Икмәктең хаҡы магазинда 12 һумдан 16 һумға тиклем. Уны Октябрьскийҙан, Туймазы һәм Өфө икмәк комбинаттарынан алып киләләр. Һөт баҙарҙа арзаныраҡ. Ит баҙарҙа 170 һум тора.

Рөстәм Хәмитов һатыуға сығарылған продукцияның ҡайҙан килтерелеүен һораны. Һуғанды баҙарға нигеҙҙә  Иглин, Шишмә райондарынан, ҡыярҙы Туймазы районынан, ә картуфты Израилдән алып килеүҙәре асыҡланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть