Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Туймазы бетон ташыу машиналары заводы хеҙмәткәрҙәре менән түңәрәк өҫтәл үткәрҙе

Иҡтисад

30 апрелдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Туймазыға эш сәфәре менән барғанында «Туймазы автобетоновоздар заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре менән түңәрәк өҫтәл үткәрҙе. Унда ул эшселәр менән эш хаҡы, балалар баҡсалары менән тәьмин итеү, белем биреү, торлаҡ кеүек көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Республика башлығы торлаҡ мәсьәләһен Туймазы хакимиәте һәм завод етәкселеге менән берлектә хәл итергә тәҡдим итте. Уның һүҙҙәренсә, аҡсаны өлөшләтә республика, ҡала һәм предприятие бюджеттарынан бүлергә кәрәк.

Туймазы автобетоновоздар заводы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Президентына ҡалала балалар баҡсаларында урындар етешмәүе хаҡында хәбәр итте. Рөстәм Хәмитов, был хәл бөтөн республикаға хас, тип билдәләне.  Дөйөм алғанда төбәктә 50 мең бала балалар баҡсаларына мохтаж. Төбәк башлығы, был проблема элекке балалар баҡсаларын ҡайтарыу, яңы учреждениелар төҙөү (быға 9 млрд һум бүленә) һәм ғаилә балалар баҡсалары ойоштороу юлы менән хәл ителәсәк, тине.      

Рөстәм Хәмитов завод производствоһы менән дә танышты. Предприятиела «Урал» һәм МАЗ йөк машиналары шассиһында автобетоновоздар сығара башлағандар. Заводтың генераль директоры урынбаҫары Илдус Усмановтың хәбәр итеүенсә, предприятие янғын һүндереү машиналарына ла заказ алған. Май айында ун техника берәмеге сығарыласаҡ, июндә – 20. Улар башлыса урман янғындарын һүндереүҙә файҙаланыласаҡ.

Бетон ташыу машиналары етештереүҙән тыш, заводта күбек күтәреү машиналары, стационар бетон насостары, культиваторҙар етештерелә. 2011 йылдың беренсе кварталында 150 бетон бутау машиналары сығарылған, был предприятиеның былтырғы бер йыллыҡ етештереү күләменә тура килә. Производство күләме ағымдағы йылда миллиард һум тәшкил итәсәк, тип планлаштырыла.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть