Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Ҡаланы таҙартыу буйынса киләһе өмә Өфөлә 14 майҙа үтәсәк

Иҡтисад

Киләһе дөйөм ҡала өмәһе Өфөлә 14 майҙа үтәсәк. Әлегә Башҡортостандың баш ҡалаһында тулы көсөнә ҡаланы таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса санитар йомалар алып барыла.

Ҡала хакимиәтенең производство-техник бүлеге белгесе Игорь Аристовтың хәбәр итеүенсә, санитар йомала, 29 апрелдә, 48 меңдән ашыу Өфө халҡы ҡатнашҡан. 600 самаһы махсус техника берәмеге файҙаланылған, 900 квадрат метр юл ремонтланған. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына 350-нән ашыу рейс яһалған. Өс мең кубометрҙан ашыу сүп-сар сығарып түгелгән.

Ҡаланы таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса айлыҡ сиктәрендә һуңғы санитар йома Өфөлә 20 майҙа үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть