9 декабрь, Йома

03 май 2011 йыл, 10:23

Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар кәмегән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында үткән аҙнала тәҡдим ителгән уртаса хаҡтың 0,3 процентҡа кәмеүе теркәлгән. Хәҙер ул квадрат метрына 46,4 мең һум тәшкил итә.

Бер бүлмәле фатирҙарға хаҡтар 0,2 процентҡа артҡан. Күп бүлмәле фатирҙар сегментында хаҡтар 0,7 процентҡа күтәрелгән. Ике һәм өс бүлмәле фатирҙар 0,3-һәм 0,4 процентҡа арзанайған.

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанова мәғлүмәте буйынса, әлеге ваҡытта ҡалалағы иң арзан бер бүлмәле фатир 1100 мең һумға тәҡдим ителә. Ул Макаров урамында урынлашҡан, майҙаны -  33 квадрат метр. Иң ҡыйбат фатир өсөн 20 миллион һум һорайҙар. Достоевский урамындағы был биш бүлмәле фатирҙың майҙаны — 202,4 кв. метр.

Иң арзан бүлмәне Калинин урамынан 630 мең һумға алырға мөмкин. Уның майҙаны 14,7 кв. метр тәшкил итә. Иң ҡыйбат бүлмәнең хаҡы, 26 кв. метр, — 1200 мең һум. Ул Рәсәй урамындағы йортта урынлашҡан.

Һатыуға ҡуйылған иң ҡыйбат коттедж 20 миллион һумға тәҡдим ителә. Был Аҡманайҙағы йорттоң майҙаны — 450 квадрат метр.