Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты һайланды

Иҡтисад

29 апрелдә Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының сираттан тыш конференцияһында палатаның яңы президенты итеп бер тауыштан Юрий Пустовгаров һайланды. Палатаның элекке президенты Анатолий Бондаруктың Федерация Советы ағзаһы итеп тәғәйенләнеүе арҡаһында палата идараһы менән бер ай элек конференция йыйыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне.  

Апрелдә республикала Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ағзалары йыйылыштары үтте, унда сираттан тыш конференцияның 73 делегаты һайланды.  

Белешмә өсөн. Юрий Леонидович Пустовгаров 1964 йылда тыуған.

Магнитогорск тау-металлургия институтын тамамлаған. Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә инженер-технологтан алып генераль директорға тиклем хеҙмәт юлы үткән.

2006 йылда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Төрлө йылдарҙа иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министры, сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры,  сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры була.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть