Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Ҡырмыҫҡалы районында яңы етәксе

Сәйәсәт

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтен контракт буйынса Фәнзил Сыңғыҙов етәкләйәсәк. 29 апрелдә был вазифаға ул конкурс һөҙөмтәләре буйынса муниципаль район Советы менән тәғәйенләнде.  

Белешмә өсөн. Фәнзил Фәиз улы Сыңғыҙов 1969 йылдың 21 майында Ҡырмыҫҡалы районының Мөкәй ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң 1993 йылда Вәлиди исемендәге крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһында рәйес урынбаҫары булып бушлай.

Түбәнге Төкөн һәм Прибельский урта мәктәптәре уҡытыусыһы, директоры булып эшләй.

Ҡырмыҫҡалы районында халыҡ мәғарифы идаралығын етәкләй, хакимиәттең мәғариф бүлеге начальнигы була.  

2009 йылда мәғариф һәм фән бүлеге мөдире урынбаҫары вазифаһында БР Хөкүмәтенә эшкә күсә.

2010 йылдан әлегә тиклем — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының мәҙәниәт, спорт, йәштәр эштәре һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр бүлеге мөдире.

Фаәнил Сыңғыҙов — Рәсәй Федерацияһының Почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть