6 декабрь, Шишәмбе

29 апрель 2011 йыл, 14:00

Алдағы биш йылда 7500 йәш ғаилә фатир мәсьәләһен хәл итә аласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Алдағы биш йылда Башҡортостанда 7500 йәш ғаилә төҙөлөшкә һәм торлаҡ һатып алыуға субсидиялар ярҙамында фатир мәсьәләһен хәл итә аласаҡ.  Улар бындай ярҙам сараһын раҫланған 2011-2015 йылдарға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы буйынса республика программаһы нигеҙендә аласаҡ.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, финанслауҙың дөйөм күләме 4,815 млрд һум тәшкил итәсәк.

Был программа Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан республикаһының торлаҡ сәйәсәте өлкәһендәге мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе закон сығарыу акттарына ярашлы әҙерләнгән. Уны әҙерләүҙә дәүләт власы органдарының статистик материалдары, төбәктең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙәге тәжрибәһе, социологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре файҙаланылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, был программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2003 йылдан 2010 йылға тиклем 11875 ғаилә ярҙам алды, шуларҙан 2171 йәш парға льготалы кредиттар бирелде,  1602 ғаилә —льготалы шарттарҙа фатир, 3343 — торлаҡ һатып алыуға йәки үҙенең йортон төҙөүгә социаль түләүҙәр, 4759 ғаилә балаһы (балалары) тыуғанда (уллыҡҡа алынғанда) субсидиялар алды. Ул ваҡытта финанслауҙың дөйөм күләме 1855 млн һәм тәшкил итте, шул иҫәптән федераль бюджет средстволары иҫәбенә – 710 миллион, төбәк бюджетынан – 1145 миллион.

Шулай ҙа йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала. Бөгөн 28 меңдән ашыу пар сиратта тора. Шуларҙың өстән бер өлөшө яҡын арала ошо ҡабул ителгән программа арҡаһында фатир мәсьәләһен хәл итә аласаҡ.  

Тулыраҡ мәғлүмәт БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының рәсми сайтында «Йәштәр сәйәсәте» бүлегенең «Йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы» өлөшөндә бирелгән.

темалар: йәштәр.торлаҡ