4 декабрь, Йәкшәмбе

29 апрель 2011 йыл, 13:30

Сибай ҡалаһы хакимиәтендә яңы етәксе

автор: Сергей Захаров

29 апрелдә  Сибай ҡалаһы ҡала округы Советы депутаттары үҙенең ултырышында Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһына конкурс һөҙөмтәләре буйынса Хәлит Сөләймәновты тәғәйенләне. Яңы етәксе үҙ вазифаһын ҡул ҡуйылған контрактҡа ярашлы башҡарасаҡ.  

Белешмә өсөн. Хәлит Хәмзә улы Сөләймәнов 1962 йылдың 11 июлендә Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1983 йылда Баймаҡ балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер булып башлай. Уҡытыусы, мәктәп директоры, халыҡ мәғарифы идаралығы начальнигы, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, беренсе урынбаҫары булып эшләй.

«Росгосстрах-Аккорд» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Баймаҡ филиалы, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы менән етәкселек итә.

2008 йылдан алып әлегә тиклем Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районы хакимиәте башлығы була.

Хәлит Сөләймәнов Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.