8 декабрь, Кесе йома

29 апрель 2011 йыл, 12:41

Башҡортостанда Россельхознадзор инспекторҙары 46 партия үҫентеләрҙе бракка сығарҙы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Апрелдәге Россельхознадзор рейдтары һөҙөмтәләре буйынса 46 партия емеш-еләк культуралары үҫентеләренең тейешле документтары булмауы асыҡланды. Былар 400 самаһы үҫенте. Ҡағиҙә боҙоуҙарға юл ҡуйған кешеләр административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.  

Үҫентеләр ултыртыу миҙгеле етеү менән Россельхознадзорҙың БР буйынса идаралығының орлоҡҡа контроль бүлеге инспекторҙары һатыуға сығарылған материалдарҙың сифатына контроллек итә. Үҫентеләрҙең сорттарын һәм сифатын таныҡлаусы документтарҙың булмауы – иң йыш күҙәтелгән ҡағиҙә боҙоуҙар иҫәбендә. Ғәҙәттә, һатыусылар үҙҙәренең ер участкалары булыуы хаҡында белешмә генә күрһәтә, әммә унда күрһәтелгән майҙанда был ҡәҙәр үҫенте алыуы мөмкин түгел.