11 декабрь, Йәкшәмбе

29 апрель 2011 йыл, 12:00

Уйын клубтары хаҡында Башҡортостан халҡы БР буйынса Эске эштәр министрлығы сайтында хәбәр итә ала

автор: Ольга Мортазина

БР буйынса Эске эштәр министрлығы сайтында http://www.mvdrb.ru/ «КАЗИНО.НЕТ» акцияһы старт алды. Тәғәйен һылтанма аша үтеп, ҡулланыусы клуб һәм казиноларҙың ҡайҙа урынлашыуы хаҡында аноним рәүештә хәбәр итә ала.

— Бөтөн мөрәжәғәттәр ҙә етәкселек менән шунда уҡ контролгә алынасаҡ, ә  мәғлүмәттәр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тикшереләсәк. Беҙ тыйылған уйын йорттары менән көрәштә граждандар ярҙамына иҫәп тотабыҙ, — тинеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

темалар: уйын бизнесы