5 декабрь, Дүшәмбе

28 апрель 2011 йыл, 17:11

Германия бизнесмендары Башҡортостанға 50 млн евро самаһы инвестиция һалырға планлаштыра

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Германия предприятиелары Башҡортостан сәнәғәтенә 50 миллион евро тиерлек инвестициялар һалыуҙы планлаштыра. Был хаҡта 28 апрелдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашҡандан һуң журналистарға «Textima Export» компанияһының вице-президенты Уве Фляйшхауэр хәбәр итте.

— Беҙҙең делегация Өфө трикотаж фабрикаһы менән танышты, — тине ул. – Башҡортостан Президенты менән осрашыуҙа предприятие үҫеше һәм уның өсөн яңы ҡорамал һатып алыу перспективаларын тикшерҙек. Шулай уҡ республиканың башҡа төрлө еңел сәнәғәт предприятиеларына техника һатып алыу хаҡында ла һөйләшеү булды.

Атап әйткәндә, Туймазының «Туҡылмаған материалдар фабрикаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек итеү планлаштырыла. Бында юл төҙөлөшө һәм «Газпром» ихтыяждары өсөн техник текстиль, материалдар етештереү тураһында һүҙ бара. Был проект үҫештең башланғыс этабында ғына. Яҡынса инвестициялар күләме — 20-25 миллион евро. Бынан тыш, Нефтекаманың «Искож» асыҡ акционерҙар йәмғиәте лә немец эшҡыуарҙары иғтибарын йәлеп итте.