10 декабрь, Шәмбе

28 апрель 2011 йыл, 15:43

Башҡортостан парламентарийҙары Британиялағы коллегаларына тәжрибә уртаҡлашырға тәҡдим итте

автор: Галина Бахшиева | фото: Андрей Старостин

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Бөйөк Британияның Екатеринбургтағы Генераль консулы Джеймс МакГуайрға Британиялағы коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. Британия менән Башҡортостан парламентарийҙары араһында хеҙмәттәшлек ихтималлығы башлыса закондар сығарыу эшмәкәрлегенә ҡағыла.  

— Беҙ парламент-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Мин депутаттарыбыҙ исеменән шундай теләгебеҙҙе әйтеп бирергә теләйем. Әгәр инглиздәр яғынан ҡыҙыҡһыныу булһа, Британиялағы коллегаларыбыҙ менән үҙебеҙҙең закондар сығарыу эшендә тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ. Донъяла Англия кеүек күп быуатлыҡ закондар сығарыу тарихы булған башҡа ил юҡ,— тине Константин Толкачев БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Джеймс МакГуайр менән осрашыуҙа.

Үҙ сиратында Генконсул хеҙмәттәшлек тураһындағы тәҡдимде Британия парламентарийҙарына еткерергә вәғәҙә бирҙе.

Башҡортостанда рәсми визит менән булған дипломаттың әйтеүенсә, ул Екатеринбургҡа йыл ярым элек килгән. Бөйөк Британия менән хеҙмәттәшлек планында Урал төбәгенең мөмкинлектәрен баһалау уның төп бурысы иҫәпләнә.

— Республикала идара структураһы ныҡ уйлап эшләнелгән, тигән фекер ҡалды миндә.  Беҙ сауҙа һәм инвестициялар өлкәһендә мөмкин тиклем күберәк контакттар булдырырға теләйбеҙ. Башҡортостанға сәфәребеҙ дауамында беҙ бер нисә хеҙмәттәшлек мөмкинлеген тикшереп өлгөрҙөк. Улар энергия һаҡлау, фән, телдәр өйрәнеүҙе, шулай уҡ химия сәнәғәтен үҙ эсенә ала, — тип белдерҙе Бөйөк Британияның һәм Төньяҡ Ирландияның Берләшкән Короллеге вәкиле.