11 декабрь, Йәкшәмбе

28 апрель 2011 йыл, 12:07

Өфөлә «Еңеү ҡатын-ҡыҙҙары» осрашыуы үтәсәк

автор: Тимур Рәхмәтуллин

28 апрелдә Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 66 йыллығына арналған «Еңеү ҡатын-ҡыҙҙары» осрашыуы үтәсәк. Унда ҡатын-ҡыҙҙар – һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары,  «Фронтташ әхирәттәр» клубы ағзалары, Өфөнөң ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте активистары, Афғанстанда һәм Чечняла һәләк булған яугирҙарҙың әсәләре ҡатнашасаҡ.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар өсөн бай концерт программаһы, конкурстар, викториналар әҙерләнгән. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһына ла сәскәләр һәм бүләктәр тапшырыласаҡ.

темалар: еңеү көнө