8 декабрь, Кесе йома

28 апрель 2011 йыл, 14:24

Өфөлә тәүге социаль ашхана төҙөлдө

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләр һәм оло йәштәге яңғыҙ кешеләр өсөн тәүге социаль ашхана төҙөлдө. Ашхана ҡаланың көньяҡ өлөшөндә Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһендә урынлашҡан һәм 60 урынға иҫәпләнгән. Был хаҡта Өфөнөң ҡала Советы ултырышында ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

— Был ҙур ҡаҙаныш, — тине ул. – Һәр хәлдә, көнөнә бер тапҡыр ҙа эҫе аш ашарлыҡ мөмкинлеге булмаған 60 кеше туҡ буласаҡ.

Павел Качкаев йәнә, яҡын арала ошондай уҡ ашхананы Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә лә төҙөү планлаштырыла, тип белдерҙе. Ҡала башлығы депутаттарҙың барыһын да был проектты тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.