4 декабрь, Йәкшәмбе

28 апрель 2011 йыл, 13:36

Республиканың ғәҙел рәсәйлеләре май байрамдарын программаларын аңлатыу өсөн файҙаланырға ниәтләй

автор: Марина Шумилова

Өфөлә партия активистары һәм республика йәмәғәтселеге вәкилдәре ҡатнашлығында “Ғәҙел Рәсәй” сәйәси партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһе Советының киңәйтелгән ултырышы үтте.

Унда Яҙ һәм Хеҙмәт көнөнә һәм Еңеү көнөнә арналған байрам сараларын ойоштороуға бәйле мәсьәләләр тикшерелде.  

Был байрамдарға ҡарата Өфөлә, республиканың башҡа ҡалары һәм ауылдарында бер нисә пикет һәм митингылар үткәреү планлаштырыла. Унда “Ғәҙел Рәсәй” активистары партияның көнүҙәк социаль мәсьәләләргә ҡарашын аңлатырға ниәтләй.  

темалар: партиялар