6 декабрь, Шишәмбе

28 апрель 2011 йыл, 13:00

«Газпром нефтехим Салауат» менән «Каустик» йәмғиәттәре хеҙмәттәшлегенә Башҡортостан Хөкүмәте патронатлыҡ итә

автор: "Башинформ"

Бығаса хәбәр ителеүенсә, 20 апрелдә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Йортонда «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында этилен ташыу буйынса оҙайлы килешеүҙең төп шарттары тураһында Протоколға ҡул ҡуйылды.

Яҡтар яҡан арала биш йылға этилен поставкалау буйынса оҙайлы килешеү төҙөү һәм уны артабан оҙайтыу мөмкинлеге тураһында һөйләшеп килеште. Этилен һатыу күләме йылына кәмендә 95 мең тонна тәшкил итәсәк, шул уҡ мәлдә «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте был күләмде 100 мең тоннаға еткерергә тырышасаҡ, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Был хәлдәргә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш министры Владимир Балабанов аңлатма бирә.

— Әлеге ваҡытта «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында биш йыллыҡ контрактҡа ҡул ҡуйыу буйынса эштәр алып барыла. Башҡортостан Хөкүмәтендә был документҡа ҡул ҡуйыу өсөн һәр яҡлап ярҙам буласаҡ. Ошоға бәйле киң мәғлүмәт сараларындағы ҡайһы бер мәҡәләләр һәм «кодланған хаттар» аптырашта ҡалдыра. Бындай раҫланмаған факттар нигеҙендәге мәҡәләләр оҙайлы договорҙы өҙөүгә йүнәлтелгән. Был тема буйынса артыҡ ажиотаж тыуҙырыуҙы зыянлы тип иҫәпләйем. «Газпром нефтехим Салауат» һәм «Каустик» йәмғиәттәре хужалыҡ бәхәсен хәл итеү яҡлы. Улар быны рәсми рәүештә раҫланы, — тип белдерҙе вице-премьер.