Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Сергей Афонин Башҡортостандағы юлдар торошон ҡәнәғәтләнерлек түгел тип атаны

Иҡтисад

Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты коллегияһы ултырышы булды. Унда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары һәм тармаҡ предприятиелары вәкилдәре ҡатнашты.

Сергей Афонин әйтеүенсә, ил иҡтисады көрсөктән һуң әкренләп аяҡҡа баҫа. Был Башҡортостанға ла ҡағыла.

— Эш әүҙемлеге көсәйә, етештереү үҫә, – тине ул. – Һөҙөмтәлә транспорт хеҙмәттәренә ихтыяж арта.

Вице-премьер шул уҡ ваҡытта юл хужалығы һәм транспорттағы байтаҡ проблемаларҙы билдәләне. Мәҫәлән, йәмәғәт транспорты маршруттары ентекле ҡулайлаштырылмаған.

Сергей Афонин шулай уҡ республикалағы юлдарҙың насар сифатын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Күптән түгел генә “Өфө – Ырымбур” трассаһынан үттем. Уның сифатынан ҡырҡа ҡәнәғәт түгелмен. Башҡа күп кенә юлдар ҙа шәптән түгел. Хәлгә йоғонто яһаған һауа шарттары һәм башҡа факторҙарҙың булыуын аңлайым, әммә етешһеҙлекте кисектермәҫтән төҙәтергә кәрәк, – тине вице-премьер.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть