Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың мең кешеһенә иҫәптә 68 квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән

Иҡтисад

Башҡортостанда беренсе кварталда «Төҙөлөш» эшмәкәрлеге төрө буйынса башҡарылған эштәр күләме 14388,4 млн һум күләмендә баһалана. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 96,1%. БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте ошондай мәғлүмәт бирә.  

Республика территорияһында ағымдағы йылдың ғинуар-мартында дөйөм майҙаны 276,5 мең квадрат метрлыҡ 2,7 мең фатир сафҡа индерелгән. Башҡортостан халҡының бер мең кешеһенә иҫәптә 68 квадрат метр торлаҡ майҙаны сафҡа индерелгән.

Республика предприятиелары һәм ойошмалары менән 19,3 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Шуларҙың 17 мең квадрат метры – күп ҡатлы күп фатирлы йорттарға, 1,1 мең квадрат метры – блок-секцияларҙан торған аҙ ҡатлы күп фатирлы йорттар секторына, 1,2 мең квадрат метры шәхси йорттарға тура килә.

Ауыл ерендә — дөйөм майҙаны 131,6 мең квадрат метр, ҡала ерендә 144,9 мең квадрат метр торлаҡ йорт сафҡа индерелгән, был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 108,7% һәм 106,4% тәшкил иткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть