3 декабрь, Шәмбе

28 апрель 2011 йыл, 10:46

Ауылдарҙы урман янғындарынан һаҡлау буйынса саралар күрелә

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда урманға яҡын урынлашҡан 500-ҙән ашыу ауыл иҫәпләнә. Шуға күрә БР Урман хужалығы министрлығы менән 1 июнгә тиклем тораҡ пункттарға яҡын урман массивтарында янғынға ҡаршы саралар үткәреләсәк.  

Улар араһында — минералләнгән һыҙаттар булдырыу, был һыҙаттар дөйөм алғанда 1300 километрға һуҙыласаҡ. Ошонда уҡ ярынтылар һалыу ҙа инә. Уларҙың оҙонлоғо яҡынса 270 километрға тиң буласаҡ.

Бынан тыш, янғын сығыу хәүефе булған участкаларҙы контролдә тотоп яндырыу планлаштырыла, уларҙың дөйөм майҙаны 300 гектарҙан аша. Шулай уҡ 400 гектар майҙанда ултыртылған урмандар сүп-сарҙан таҙартыласаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.