Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фондына 980,71 млн һумға заявка бирҙе

Иҡтисад

25 апрелдә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды Башҡортостандың күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү өсөн финанс ярҙамы күрһәтеүгә заявкаһын тикшереүгә ҡабул итте, тип хәбәр иттеләр дәүләт корпорацияһынан.

Башҡортостан Фонд средстволары иҫәбенән 976,02 млн һум, шул иҫәптән Фондтың 4,69 млн һум тотонолмаған средстволарын алырға ниәтләй, былар барыһы бергә 980,71 млн һум тәшкил итә. Был аҡсаны республиканың 12 муниципаль берәмегендәге күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт үткәреүгә йүнәлтеү күҙ уңында тотола.  

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды 2008-2010 йылдарҙа республикаға капиталь ремонт һәм граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан икенсеһенә күсереү программаларын тормошҡа ашырыуға 8,8 млрд һум бүлде. Ҡушып финанслау тәртибендә төбәк был суммаға 3,1 млрд һум өҫтәне. Һөҙөмтәлә 981 күп фатирлы йортта капиталь ремонт үткәрелде. 440 авария хәлендәге йорттарҙан кешеләр икенсеһенә күсерелде. 195 709 кеше йәшәү шарттарын яҡшыртты.

Фондтың йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса идаралығы, Башҡортостандың заякаһы Фонд идараһы менән бер ай эсендә ҡараласаҡ, тип хәбәр итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть