8 декабрь, Кесе йома

22 апрель 2011 йыл, 18:00

Башҡортостан тележурналистары 4 «ТЭФИ» статуэткаһын алды

автор: Тимур Рәхмәтуллин

«ТЭФИ-Төбәк-2010» Бөтә Рәсәй телевидение конкурсында БЮТ телеканалы журналистары дүрт «ТЭФИ» статуэткаһын яуланы. Конкурсты Рәсәй телевидениеһы академияһы Таганрогта үткәрҙе.

Ғәҙәттә, телевидение хеҙмәткәрҙәренең уҙған йылғы эшенә апрелдә йомғаҡ яһала. Ижади көрәштә сентябргә тиклем эфирға сыҡҡан тапшырыуҙар ҡатнаша.

«Телевидение программаһы йәки фильм режиссеры» номинацияһында Венера Йомағолова еңде. Уның «Ике ҡыш аша» документаль проекты йыл башында төшөрөлгәйне һәм башҡа конкурстарҙа еңеүсе булғайны.

«Интервьюер» номинацияһында телетапшырыуҙар алып барыусы Сергей Майоров менән әңгәмә өсөн Гүзәл Ибраһимова еңеү яуланы.

Академиктар БЮТ каналының мәғлүмәттәр сығарылышын да лайыҡлы баһаланы. Уны әҙерләүҙә яңылыҡтар хеҙмәтенең бөтә командаһы ҡатнашты. Йәшел-зәңгәрһыу төҫтәрҙә биҙәлгән студия һәм күренекле режиссер Майя Ҡорбанова ҡуйған ҡапламалар хәбәрселәрҙең һәм алып барыусы Светлана Хәсәнованың эшен тулыландырҙы. Светлана Хәсәнова иһә мәғлүмәттәр тапшырыуын иң яҡшы алып барыусы исеменә лайыҡ булды.

Башҡортостан журналистарын Рәсәй телевидениеһы мэтрҙары – Владимир Познер, Александр Гуревич, Арина Шарапова, Светлана Йосопова һәм башҡалар ҡотланы.

«ТЭФИ» ға эйә булған режиссер Венера Йомағолова әйтеүенсә, конкурста еңеү еңелдән булмаған.

— Бындай фестивалдәр бик файҙалы: тележурналистар коллегаларының ижады менән таныша, телевидение мэтрҙары менән аралаша һәм бөтә ил телекомпанияларының эше хаҡында мәғлүмәт ала, – тине ул.

Команданың профессиональ эше республика төп дәүләт телеканалының илдәге иң яҡшы телекомпанияларҙың береһе икәнлеген тағы бер ҡат раҫланы.