9 декабрь, Йома

28 апрель 2011 йыл, 9:24

Рөстәм Хәмитов Британия дипломаты Джеймс МакГуайрҙы ҡабул итте

автор: Тимур Рәхмәтуллин | фото: Андрей Старостин

27 апрелдә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Бөйөк Британияның һәм Төньяҡ Ирландияның Берләшкән Короллегенең Екатеринбургтағы Генераль консулы Джеймс МакГуайр менән осрашыуы үтте. Яҡтар иҡтисадта, фән һәм мәҙәниәттә хеҙмәттәшлек итергә һөйләшеп килеште.

Британия дипломаты әйтеүенсә, Башҡортостандың һәм уның иленең ихтыяждары күп осраҡта тап килә.

— Рөстәм Хәмитов иғтибарын республикаға инновациялар индереүгә йүнәлтте — был Берләшкән Короллек тәҡдим итә алырлыҡ нәмә,— тип билдәләне Генконсул. — Беҙ төбәктә сәнәғәт, ауыл хужалығы, нефть-газ секторын үҫтерә алабыҙ. Берләшкән Короллек халҡына һәм компанияларына бында эшләргә мөмкин икәнлеген һәм эшләргә кәрәклеген күрһәтеү — беҙҙең төп бурыс. Башҡортостан Республикаһы — инвестициялар йәлеп итерлек яҡшы майҙансыҡ.

Рөстәм Хәмитов үҙ сиратында консулға визиты өсөн рәхмәт әйтте һәм Бөйөк Британияға барырға теләк белдерҙе.