8 декабрь, Кесе йома

27 апрель 2011 йыл, 17:00

2012 йылда Башҡортостанда 27 балалар баҡсаһы төҙөләсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Киләһе йылда Башҡортостанда 27 балалар баҡсаһы төҙөләсәк. Улар дөйөм алғанда 3,5 меңдән ашыу баланы һыйҙырасаҡ. Был хаҡта бөгөнгө матбуғат конференцияһында Өфөлә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин хәбәр итте.      

— Ағымдағы йылда Өфөлә 1300 урынлыҡ ун балалар баҡсаһы сафҡа индереләсәк, — тине вице-премьер. – Шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһында киләһе йылда файҙаланыуға тапшырырға иҫәп тотолған бөтәһе бергә 1450 урынлыҡ 11 балалар баҡсаһына нигеҙ һалына.  

Бынан тыш, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары һәм медицина учреждениелары төҙөлөшө лә планлаштырыла. Шулай уҡ Өфө юлдарын, шул иҫәптән Сипайловоға ингән урынды киңәйтеүгә аҡса бүленгән. Дим биҫтәһендә юл үткәргестең беренсе сиратын төҙөү көтөлә.