Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан эшсәндәре дым ҡаплауҙы тамамлай

Иҡтисад

Республика эшсәндәре параллель рәүештә өс төрлө агротехник эштәр алып бара: дым ҡаплай, ужым культураларын туҡландыра һәм сәсеү кампанияһын үткәрә. Сәсеү быйыл һауа шарттары арҡаһында һуңыраҡ башланды. Һәм хәҙер уны сифатлы итеп ваҡытында башҡарып сығырға кәрәк. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, республика баҫыуҙарында дым ҡаплау эштәре тамамланған тиерлек. Иглин районы эшсәндәре — 76 процент майҙанда, Дәүләкән районы — 55%, Дүртөйлө — 43%, Илеш — 41%, Ҡырмыҫҡалы — 46%,  Саҡмағош — 61%, Шишмә районы 48 процент майҙанда тырматыу үткәргән. Күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыуҙы Дүртөйлө һәм Мәләүез районы аграрийҙары тамамлаған. Дәүләкән, Саҡмағош, Ҡырмыҫҡалы райондарында үләндәрҙе туҡландырыу һуңғы гектарҙарҙа алып барыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть