Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә Фәриҙә Ҡудашева урамы буласаҡ

Йәмғиәт

Өфөлә Фәриҙә Ҡудашева урамы буласаҡ. Ҡала Советы депутаттары шундай ҡарар ҡабул итте. Өфөнөң Октябрь районы биләмәһендәге Нуғай биҫтәһе урамдарының береһенә билдәле башҡорт йырсыһының исеме биреләсәк.  Ҡала Советы рәйесе Ирек Ниғмәтуллиндың билдәләүенсә, депутаттар уның хөрмәтенә Өфөләге урамдарҙың береһенең исемен алмаштыра алмай, сөнки ваҡытында Өфөләге урамдарҙың исемен алмаштырыуҙы тыйыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Хәҙер яңы исемдәрҙе әлеге ваҡытта төҙөлөүсе атамаһыҙ урамдарға ғына бирергә мөмкин.  

Фәриҙә Ҡудашева – башҡорт эстрадаһының оло быуын артистары вәкиле. Йырсы  күп тапҡыр Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта сығыш яһаған, элекке СССР һәм Финляндия буйлап гастролдәрҙә йөрөгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть