Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

«Георгий таҫмаһы» акцияһы старт ала

Йәмғиәт

Башҡортостан ғәҙәттәгесә «Георгий таҫмаһы» бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашасаҡ. Хәҙерге быуынға Бөйөк Ватан һуғышында кем һәм ниндәй хаҡ биреп еңеүен, кем менән ғорурланырға, кемде хәтерләргә тейешлеген оноторға юл ҡуймау уның төп маҡсаты иҫәпләнә.

Быйыл «Георгий таҫмаһы» акцияһы төбәктә 28 апрелдән 9 майға тиклем үтәсәк. Тәүге Еңеү символдары Өфөлә 28 апрелдә 15 сәғәттә «Каруанһарай» сауҙа комплексы янында таратыла башлаясаҡ. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр иттеләр. Ведомствонан асыҡлауҙарынса, был көндө Башҡортостандың йәштәр һәм балалар йәмәғәт ойошмалары активистары теләге булғандарҙың барыһына ла 1500 Георгий таҫмаһын тапшырасаҡ. Уларҙы кейемгә беркетеп, сумкаға йәки автомобиль антеннаһына бәйләп, Өфө халҡы һуғыш йылдарында Ватанды һаҡлаған һалдаттар һәм офицерҙарҙың ҡаһарманлығына үҙенең хөрмәтен белдерә аласаҡ.

Быйыл республикала йәмғеһе 49000 Георгий таҫмаһы таратыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть