7 декабрь, Шаршамбы

27 апрель 2011 йыл, 12:10

Башҡортостанға томанлы Альбиондан ҡунаҡтар килде

автор: Сергей Захаров

Өфөгә эш сәфәре менән Бөйөк Британияның Екатеринбургтағы Генераль консулы Джеймс МакГуайр етәкселегендәге Англия делегацияһы килде. Делегация составында Бөйөк Британияның Рәсәйҙәге илселеге вәкилдәре лә бар.

Өс көн дауамында Британия дипломаттары республиканың етештереү, фәнни һәм мәҙәни потенциалы менән танышасаҡ.

Визит врограммаһы менән Өфөләге энергияны һаҡлау һәм энергияны һөҙөмтәле файҙаланыу технологияларын ҡулланыуға индереү буйынса ҡала үҙәгенә, «ЕСМ» компанияһының электрохимия станоктары етештергән предприятиеһына, «Гидравлика» федераль дәүләт унитар предприятиеһына барыу ҡаралған.

Төбәк етәкселеге, закондар сығарыу һәм башҡарма власть вәкилдәре, Башҡорт дәүләт университетының роман-герман факультеты студенттары һәм уҡытыусылары менән осрашыуҙар планлаштырылған.

Белешмә өсөн. Алыҫ сит илдәр араһынан Бөйөк Британияның һәм Төньяҡ Ирландияның Берләшкән Короллеге Башҡортостандың традицион эшлекле партнеры булып тора.  

Башҡортостандың Бөйөк Британия менән тышҡы сауҙа әйләнешендәге иң юғары күрһәткестәре 2006 йылда күҙәтелгән — сауҙа күләме 1 млрд  284,6 млн АҠШ долларынан артып киткән.

2010 йылда Башҡортостан менән Берләшкән Короллек араһында тауар әйләнеше 109,8 млн АҠШ доллары тәшкил иткән, шул иҫәптән экспорт – 104,1 млн доллар, импорт — 5,8 млн доллар.

Ағымдағы йылдың 1 ғинуарына ҡарата Башҡортостан иҡтисадында Бөйөк Британиянан тупланған инвестициялар күләме 68,8 млн АҠШ доллары тәшкил иткән.

Республикала тупланған сит ил инвестициялары күрһәткесе буйынса Бөйөк Британия ил-инвесторҙар араһында алдынғы бишәү исемлегенә инә.