8 декабрь, Кесе йома

27 апрель 2011 йыл, 11:20

Башҡортостан сит илдәр менән хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләй

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Рәсәй Федерацияһы делегацияһының Данияға рәсми визиты сиктәрендә кисә Башҡортостан Республикаһы һәм «Danfoss A/S» компанияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән «Danfoss A/S» компанияһының башҡарма директоры Кристиансен Нильс Бьорн ҡул ҡуйҙы.

Был килешеү энергияны һөҙөмтәле файҙаланыу һәм энергияны һаҡсыл файҙаланыу технологияларын индереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүҙе күҙ уңында тота. Был хаҡта БЮТ телеканалының «Урынлы фекер» программаһында БР Президенты Хакимиәтенең Тышҡы һәм төбәк-ара бәйләнештәр идаралығы начальнигы Руслан Мирсаяпов хәбәр итте.

— Күптән түгел Дания Короллегенең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Башҡортостанда булып китте, — тине ул. – Шул ваҡыттан беҙ энергияны һөҙөмтәле файҙаланыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүҙе әүҙем тикшерә башланыҡ. Беҙ уларҙың тәжрибәһен ҡулланырға теләйбеҙ һәм төбәк өсөн ярайһы ҙур экономия көтәбеҙ.

Уның һүҙҙәренсә, Дания был тармаҡта иң алдынғы илдәрҙең береһе. Республикала «Danfoss A/S» компанияһының ҙур булмаған производствоһын ойоштороу мөмкинлеге тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған да инде.

Руслан Мирсаяпов Башҡортостандың киләсәктә башҡа дәүләттәр менән хеҙмәттәшлеге перспективаларын да билдәләне.  

— Йыл дауамында Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Бөйөк Британияла, Сауд Ғәрәбстанында республиканың киң презентацияһы планлаштырыла,  — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. – Шуның менән бергә Башҡортостанға юғары дәрәжәле ҡунаҡтар килеүе лә даимиға әйләнде. Атап әйткәндә, Бөйөк Британияның генераль консулы килеүе көтөлә. Уны республикабыҙҙың фәнни һәм сәнәғәт потенциалы ҡыҙыҡһындыра.